Константин Толкачев Рәсәй төбәктәренең парламент башлыҡтары медиарейтингында топ-10 исемлегендә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй төбәктәренең закондар сығарыу органдары башлыҡтары араһында 6-сы урында.

Был турала “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитик системаһы тикшеренеүҙәренә һылтанып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

Константин Толкачев Ҡырым, Санкт-Петербург, Татарстан, Мәскәү һәм Иркутск өлкәләренең парламент башлыҡтарынан һуң алтынсы урында килә.