Поезда йөрөү үҙенсәлектәре

Өфө ҡалаһының Совет районы суды “зацепер”ҙарға арналған сайтты тыйылған тип таныны.

Зацеперҙар – поезға йәбешеп йөрөргә яратыусылар. Өфө трансопрт прокуратураһы бындай шөғөлгә арналған интернет сәхифәне йәштәр өсөн хәүефле тип һанап судҡа бирҙе. Поезд ҡыйығында йөрөүҙең ҡыҙыҡтарын күреп үҫмерҙәр ҙә ошондай аҙымға барыуҙары ихтимал, тип борсола улар. Бынан тыш, “зацепер” менән шөғөлләнгән өсөн административ штраф ҡаралған.

Был дәлилдәрҙе иҫәпкә алып суд интернет-ресурсты тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Талап Роскомнадзорға ебәрелде.