Ауылымдың тоғро улдары

Әбйәлил районында ошондай исем аҫтында ир-аттар фестивале бара. Байрамға тыуған төйәгендә төпләнгән, матур итеп донъя көткән, балалар үҫтергән, эш урынында абруй яулаған уҙамандар саҡырыла. Хәлил мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала ошо ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан егермегә яҡын ир-ат ҡатнашты.

Игенселәр, малсылар, уҡытыусылар, механизаторҙар. Байрамға төрлө һөнәр эйәләре саҡырылған. Әммә уларҙың бөтәһен дә бергә бәйләгән уртаҡ сифатттар күп. Был ир-аттар тыуған төйәгенең ысын хужалары, улар тәпәй баҫҡан ерендә төпләнеп бөгөн дә ошо ерҙең күрке булып донъя көтә. Мәҫәлән, Хөсәйендән Бараковтар бөткән тип һаналған тыуған ауылына яңынан йән өрә. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай ҡайтып атай нигеҙен тергеҙә. Ауылға ҡайтыу ниәтен дүрт улына атайыбыҙ әйтте, ти Урал Бараков.

Байрам хужаларының һәр береһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Уларҙың хеҙмәт кенәгәһен тик рәхмәт һүҙҙәре, почет грамоталары, наградалар хаҡындағы яҙмалар ғына биҙәй. Был ир-аттар ғаиләләрендә лә ышаныслы тормош юлдашы, өлгөлө атай. Йәш быуын өсөн тыуған төйәккә тоғролоҡ, илһөйәрлек өлөгөһө. Мәҫәлән, Әбделмәмбәттән Рәис Ғибәҙәтовтың 50 йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар.

Ауылымдың тоғро улдары фестивален үткәреү ниәтен район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин күтәреп сыға. Тәүҙә сара Буранғол ауылы биләмһәендә үтә. Хәҙер был байрамды райондың бер биҙәге тип әйтергә мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был фестиваль ирҙәрҙең абруйын күтәреү йәһәтенән бик әһәмиәтле, сөнки күп саралар гүзәл заттар ҡатнашлығында ғына үтә.

Һәр ауылда йәштәргә үрнәк булырлыҡ абруйлы уҙамандар күп, тик уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, ситтә ҡалдырмау мөһим. Әлеге быуын малайҙарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләү өсөн миҫалды ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала, күрә һәм күрһәтә белергә генә кәрәк.

Фестиваль артабан райондың башҡа ауыл биләмәләрендә лә дауам итәсәк. Аяғында ныҡлы баҫып торған ошо ер хужалары ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ, ти әбйәлилдәр.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова