Ғаилә йылы бәпестәре

Бишбүләк районында йыл башынан өс ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән. Айырыуса иң ҡыҫҡа февраль айы ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булған.

Игеҙәктәр тыуасағы хаҡындағы яңылыҡты Александр Новиков ҡыуанып ҡабул итә. Үҙе лә йәш ваҡытынан уҡ күмәк бала тәрбиәләү хаҡында хыяллана. Ике улдарына иш булып, Новиковтар ғаиләһендә Савелий менән Софья исемле балалар тыуа. Ике бала икеләтә шатлыҡ килтерә, мәшәҡәттәр ҙә бермә-бер арта. Магазинда бер юлы ике бәпесте һыйҙырырҙай карауаттар булмағас, ғаилә башлығы уларҙы үҙ ҡулдары менән эшләй.

Александр Новиков, ғаилә башлығы: «Игеҙәк балаларыбыҙ тыуасағын белгәс, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы, ҡатыным менән балалар яратабыҙ, бәләкәстәр үҫә төшкәс, бишенсеһен дә табырға уйлайбыҙ».

Данил менән Леон яңы тыуған туғандарын әлегә ситтән генә күҙәтә. Игеҙәктәр башын тота башлағас, малайҙар ҡустыһы менән һеңлеһен күтәреп йөрөтә аласаҡ.

Леон Новиков: «Беҙ бәпестәрҙе ҡулға алмайбыҙ, карауат эргәһенән генә күҙәтәбеҙ. Әсәйгә йүргәк үтекләргә, атайға йорт эштәрендә ярҙам итәбеҙ».

Бишбүләк районы Ҡушйылға ауылында мәктәпкәсә балалар учреждениеһы бар. Тимәк, Новиковтарға балаларға баҡса хәстәрләү мәсьәләһе тормай.

Каменка ауылында йәшәүсе Елена менән Илдус Хафизовтарға иһә ике тапҡыр игеҙәктәр һөйөү бәхете бирелгән. Тәүгеләре Руслан менән Роман, ә 28 февралдә уларға иш булып Яна менән Артем донъяға килгән. Бәләкәстәр үҙҙәрен яҡшы тоя. Өлкән ағайҙары, олатай-өләсәйҙәре балаларҙы ҡараша.

Әлеге ваҡытта республикала балалар баҡсаһына сират мәсьәләһе киҫкен тормай. Әммә балаға юллама өс йәше тулғандан һуң ғына бирелә. Шуға ла йәш бала тәрбиәләгән әсәйҙәр өйҙә ултырырға мәжбүр. Рәсәйҙә кесе йәштәге 272 мең бала ясляға йөрөй алмай. Был хаҡта үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин белдерҙе. Башҡортостанға мәсьәләне хәл итеү маҡсатында миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Нисек кенә булмаһын беҙ егерме беренсе быуатты эшләүсе әсәйҙәр быуаты тип танырға мәжбүрбеҙ.Совет осорондағы кеүек һәр эре предприятиеның үҙ балалар баҡсаһы булыуы ла күпләп ясля төркөмдәре асылыуға ярҙам итер ине. Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы кеүек корпоратив балалар баҡсалары селтәрен үҫтереү ҙә йәш ғаиләләр өсөн отошло. Игеҙәктәр күпләп донъяға килеүсе Бишбүләктә лә балалар баҡсалары мәсьәләһен хәл иткәндә, бындай тәжрибәне иҫәпкә алынасаҡ. ЗАГС бүлеге күмәк бала тәрбиәләгән һәр ғаилә иҫәпкә алынған һәм уларға үҙ льготалары менән файҙаланыу өсөн ҡаршылыҡтар юҡ, тип белдерҙе.

Ирина Михайлова, Бишбүләк районының гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге етәксеһе: «Өсөнсө балалары тыуған ғаиләләргә ер бүлеү ҡаралған. Райондың төҙөлөш һәм архитектура бүлеге ғаризалар нигеҙендә уларҙы тормошҡа ашырасаҡ».

Былтыр Бишбүләк районында ишле бала тәрбиәләгән 45 ғаиләгә ер учаскаһы бүленгән, "Әсәлек капиталы" өсөн 107 cертификат тапшырылған. 26 ғаилә дәүләт ярҙамын торлаҡ һатып алыуға тотонған. Ә ғаилә йылында икешәр игеҙәктәре тыуған өс ғаилә документ туплап, льготалары менән файҙаланырға иҫәп тота.

Авторы: Гүзәлиә Борханова