Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткәреләсәк саралар планына Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙанов ҡул ҡуйҙы.
Мәҙәниәт министрлығы быйыл төрки йәштәренең “Урал моңо” халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивален, “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивален һәм башҡа фольклор байрамдарын уҙғарасаҡ. 2019 йылда “Урал батыр” этноүҙәгенең төҙөлөүе күҙаллана. Шулай уҡ быйылғы йылдың сентябрендә Бөтә донъя конгресы (CIOFF) үтәсәк.
Рәсми күрһәтмәгә ярашлы, ошо йылдың тәүге яртыһында фольклориаданың логотибын, бренд китабын һәм сайтын эшләү ҡарала. Башҡорт һәм рус телдәрендә “Башҡортостан халҡы фольклоры” китабы нәшер ителәсәк.
Быға тиклем фольклориада Голландияла (1996 йыл), Японияла (2000 йыл), Венгрияла (2004 йыл), Көнъяҡ Кореяла (2012 йыл) һәм Мексикала (2016 йыл) ойошторолдо.





