Сәхнәлә сәмле ярыш - баттл!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары байрамдарҙа сәнғәт һөйөүселәргә үҙенсәлекле тамаша бүләк итте.

Театрҙың йәштәре менән өлкән быуын артистары бер-береһен ижади майҙанға саҡырып, вокал буйынса оҫталыҡта көс һынашты. Бәйгегә тамашасы яратҡан Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров һәм йәштәр сыҡты. «Сәмле ярыш – Баттл» ды тамашасылар үҙҙәре үк баһаланы. Театр сәхнәһендә үҙенсәлекле концерт-программаһын ҡуйыу идеяһы тыуыуға күп тә үтмәй, тамашасылар уны яратып та өлгөрә. Байрамдарҙа сәхнә әҫәрен ҡарау өсөн билеттар алдан һатылып бөтөлә.

Авторы: Фәниә Юланова