Мәскәүҙә «Заман» этно-төркөмө концерты үтте

Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек ойошторолған коллектив башҡорт халыҡ музыкаһы йолаларын, уларҙың заманса сәнғәттә сағылышын бар донъяға таратыу менән шөғөлләнә. Ансамбль бер нисә тапҡыр республика мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары, шулай уҡ Башҡортостан башлығы Гранты менән дә бүләкләнгән.

Был концертты Башҡортостанға сәйәхәт тип тә атарға мөмкин. «Заман» этно-төркөмө үҙенең өс йыллығын илдең башҡалаһындағы мюзик-холлда ҙур концерт менән билдәләне. Этно- төркөм тыуған яҡҡа һөйөү һәм башҡорт мәҙәниәтен данлау маҡсаты менән ойошторола. Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр ошо ваҡыт эсендә донъяның күп кенә илдәрендә, федераль һәм төбәк телевидениеларында сығыш яһай. Һуңғы концертта Башҡортостанда тыуып әлеге көндә башҡала уҡып йөрөүсе студенттар күп булды. улар өсөн билетттар ташлама менән һатылды. Сөнки «Заман» төркөмө коллективы ла бер нисә йыл элек үҙҙәре лә аудиторияларҙа лекциялар тыңлаған.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова