Көндәр йылыныуға табан барыуға бәйле, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы белгестәренең махсус рейдҡа сығыуы йышая. Балыҡсылар менән әңгәмәләшеү ул профилактик сараларҙың бер өлөшө.
Бындай иҫкәртеү сараһы тәүгә үткәрелмәй. Рейд барышында балыҡсыларға аңлатыу эштәренән тыш, иҫкәрмәләр ҙә таратылды. Тәүге ярҙам, боҙҙа үҙеңде нисек тоторға, хәүефһеҙлек саралары... былар үтәлергә тейешле төп талаптар. Термометр бағанаһы 24 градус һыуыҡ күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, балыҡсылар һалҡын тип зарланмай. Палатка эсендә ултырыусыларға бигерәк тә.
Шул уҡ ваҡытта үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел. Ҡайһы берәүҙәр өсөн йылғаның икенсе ярына сығыу бер ни тормай. Бының өсөн балыҡсыларҙың хатта, үҙҙәре билдәләнгән һуҡмағы ла бар. Ләкин белгестәр был урындарҙың хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртә. Балыҡсылар уны яҡшы аңлай. Балыҡ ҡармаҡларға ла яңғыҙ сыҡмай. Хәүефһеҙлек өсөн иптәшкә эргәлә кеше лә бар.
Дмитрий , балыҡсы: «Балыҡ ҡармаҡларға беҙ яңғыҙ йөрөмәйбеҙ. Һәр саҡ икәүләп сығырға тырышабыҙ. Боҙ өҫтөнән дә уның ҡалынлығын самалағандан һуң ғына атлайбыҙ. Шулай уҡ арауыҡ тотоу кәрәк».
Әйткәндәй, бөгөнгө көнгә тиклем республикала тик бер бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Баш ҡаланың Өфө йылғаһында һыу аҫты һунарсылығы менән мауыҡҡа ир боҙ аҫтына китеп юғала. Уның кәүҙәһе әлегәсә табылмаған.
Үҙгәреүсән һауа шарттарына бәйле, белгестәр балыҡсыларҙы, боҙ өҫтөнән үтеүсе халыҡты, ғөмүмән, уяу булырға саҡыра. Яҙғы боҙҙоң ҡалынлығы яҫтыҡтай булыуы ла хәүефле тигән фекерҙә улар.





