Бөгөн - Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө

Әлеге ваҡытта 8 март Рәсәйҙә һәм элекке союздаш республикаларҙа ғына байрам ителә. Әммә уның тарихы Европа менән Америкала ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе активистарҙың эшмәкәрлегенә бәйле. 1910 йылда Копенгаген ҡалаһында Клара Цеткин халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар теләктәшлеге көнө уҙғарыу кәрәклеген билдәләп сығыш яһай.

Шулай ҙа был тәҡдим 1975 йылда ғына хуплана һәм рәсми теркәлә. Көнө лә осраҡлы ғына һайланмай. 19-сы быуат уртаһында 8 мартта Американың Нью-Йорк ҡалаһында бер төркөм эшсе ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлап митингҡа сыға. Һуңғы йылдарҙа был көн үҙенең идеологик мәғәнәһен юғалтып, нәфис затты тәбрик итеүсе яҙ байрамына әйләнде. Был көндө ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ғәҙәттә сәскә гөлләмәһе бүләк итә, йорт мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә ала.

Авторы: Таһир Вәхитов