«Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын күңелдән һеҙҙе 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләйем! Бөгөнгө яҙ байрамы күнелдәребеҙҙе йылылыҡ, шатлыҡ һәм яҡшы тойғолар менән тултыра. Һеҙ был донъяны мөхәббәт, матурлыҡ, гармония менән биҙәйһегеҙ».
«Һеҙҙең йорт мәшәҡәттәре бер ҡасан да бөтөрлөк түгел, хатта, байрам көнөндә лә ғаиләләрегеҙ, яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрәһегеҙ. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән республика, ил үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ. Юғары профессиональ үрҙәр яулайһығыҙ, йәмәғәт тормошонда ҡайнайһығыҙ. Ғаилә йылында ғаиләләрегеҙ имен, киләһе көнөгөҙ ышаныслы булһын өсөн әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ҡыуаныстар теләйем», тиелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.





