Хуш еҫле гөлләмәләрҙән, алтын-көмөш алҡаларға тиклем

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө быйыл да республикала киң билдәләнде. Берәүҙәр сәскәләргә өҫтөнлөк бирһә, икенселәр бүләккә үҙенсәлекле тәм-том һайланы.

Фото №1 - Хуш еҫле гөлләмәләрҙән, алтын-көмөш алҡаларға тиклем

Элина капкейкиларҙы хәҙер инде биш йыл тирәһе бешерә. Тәүҙә шөғөлгә ғаилә, туғандары өсөн генә тотонһа, тора-бара эшҡыуарлыҡ булып үҫешә. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, ваҡытын аш-һыу бүлмәһендә уҙғара. Заказдар күп. Өлгөр генә.

Элина Зәйнуллина: «Йыл да февраль, март айҙарын мин капкейки бешереп уҙғарам. Заказдар бик күп. Ваҡыт тығыҙ булһа ла, өлгөрәм».

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө бигерәк тә сәскә салондары өсөн отошло. Һыу буйы сират. Интернет аша заказ биреүселәр ҙә күп. Һорау булғанға хаҡы ла артҡан. Халыҡ башлыса ләлә, ирис, орхидея кеүек сәскәләргә өҫтөнлөк бирә.

Яҙ һәм наҙ байрамы республика район-ҡалаларында ла гөрләп үтте. Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә тәүге тапҡыр «Үҙгәреү» проектын тормошҡа ашырҙы. Ғаилә йылында улар ишле, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән гүзәл заттарға бушлай массаж, прическа кеүек хеҙмәт күрһәтте. Проект ҡатнашыусыларына бағыусылар кибеттән үҙҙәре теләгән күлдәк алып бирҙе. Гүзәл заттар бер көнгә тормош мәшәҡәттәренән арынып, ял итте.

Проектта ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар артабан район мәҙәниәт йортона юлланды. Унда гүзәл заттарҙы тормош иптәштәре, балалары ҡаршы алды. Байрамғ концерты алдынан ир-егеттәр тамашаға килеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, ләлә сәскәләре бүләк итте.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә ир-егеттәр гүзәл заттарын төрлө бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Берәүҙәр ҡәҙер-хөрмәтен йылы һүҙ менән еткерһә, икенселәр гөлләмә менән... Үҙенсәлекле бүләк һайлаусылар араһында ханымдарҙы һауа шарында күккә күтәреүселәр ҙә бар ине.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ