Байрам кәйефен бөгөн бөтә ерҙә лә һиҙелә

Мәҫәлән, баш ҡаланың Үҙәк баҙарында ирекмәндәр гүзәл заттарға сәскә таратты.

«Һеҙгә, ҡәҙерлеләрем» тип аталған был акция икенсе тапҡыр ойошторола. Сәскәгә ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт шат, сөнки гүзәл заттар үҙҙәре лә тәбиғәте менән сәскәгә оҡшаш. Наҙлы ла, матур ҙа, кәрәк икән көслө рухлы ла. Сәскәләр ҙә шулай, ер ҡарҙан асыла башлау менән тупраҡ тишеп сыҡҡандары ла, ел-дауылға бирешмәгәндәре лә бар. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар көтөлмәгән бүләккә ҡыуаныуын йәшермәй, тормош матур, шатланып, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә кәрәк, ти улар.

Авторы: Рәмзиә Кәримова