Иглин районының элекке башлығына енәйәт эше асылған

Иглин районы прокуратураһы элекке район башлығы һәм ЯСЙ “Альтернатива” етәкселегенә ҡарата енәйәт эшен асты.

2013 йылда муниципалитет ЯСЙ “Альтернатива” менән ауыл төҙөкләндереү буйынса килешеү төҙөй.

Килешеү эш тамамланғандан һуң аҡса түләүҙе талап итһә лә, хакимиәт башлығы республика бюджетынан бүленгән аҡсаны тиҙерәк үҙенә алыр өсөн проекттар ҡабул итер алдынан фирмаға аҡса түләргә ҡуша.

“Альтернатива”ға 2,2 млн һум аҡса күсә, ә эштәр эшләнмәй ҡала.

2 йылдан һуң пландарҙы эшләп бөтөрөп ҡуйыр өсөн ауыл хужалыҡтары үҙ аҡсаларына төҙөкләндереү эштәрен эшләгән.

Бының турала Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.