Спорт залһыҙ мәктәп

Дыуан районы Озеро ауылы уҡыусылары физкультура дәресен йыл әйләнәһенә тышта уҙғарырға мәжбүр. 1965 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһы күптән иҫкергән, спорт залы ун йыл элек авария хәлендә тип танылһа, йыл һайын кабинеттар капиталь ремонтҡа ябыла. Тик һөҙөмтә генә юҡ. 61 уҡыусы көн һайын хәүефле мәктәпкә йөрөүен дауам итә.

Ун йылдан ашыу спорт залы склад булараҡ ҡулланыла. Хәйер, аҙаҡҡы йылдарҙа ишеккә эленгән йоҙаҡтың асылғаны юҡ, ти мәктәп етәкселеге. Сөнки ҡасандыр шартына килтереп төҙөлгән спорт залының хәҙер түбәләре ишелеп, стеналар аша һалҡын елдәр өрә. Бында уйнау түгел, йөрөү ҙә хәүефле.

Спорт залы ун йыл элек авария хәлендә тип танылған. Әммә мәктәп ғәҙәти режимда эшләй. Шулай ҙа ике ҡатлы бинаның бары берәүһе генә эшкә яраҡлы, 61 уҡыусы һанаулы кабинеттарға бүленеп уҡырға мәжбүр. Мәктәп етәкселеге спорт залы ябылыу мәсьәләһен үҙенсә хәл итергә тырышҡан. Әммә бәләкәй майҙансыҡта физик яҡтан ныҡлап үҫешеү, ярыштарҙа беренселек яулау өсөн шарттар тыуҙырылмаған.

Озеро ауылындағы мәктәп мәсьәләһе менән район-республика етәкселеге лә хәбәрҙар. Бынан бер нисә йыл элек махсус программа буйынса белем усағы һалырға тигән ҡарар ҙа сығарылған. Эш нилектән тотҡарлана һуң?

Был ҡола яланда бер нисә йыл элек мәктәп төҙөргә ниәтләйҙәр. План буйынса, 60 уҡыусыға. Әммә ауыл халҡы был тәҡдимгә ҡаршы сыға, сөнки улар белем усағын кәмендә 90 уҡыусыға төҙөтөү яғында тора.

Хәҙер терһәкте тешләр инеләр ҙә, һуң, буй етмәй. Программаға эләгеү өсөн бер нисә этапты үтер кәрәк, ә ул йылдар дауамына һуҙыла, ти белгестәр. Район хакимиәтендә урында йәшәүселәрҙең һорау-үтенесенә яуап күптән әҙер. Озеронан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта Һикеяҙ урта мәктәбе бар. Уҡыусыларҙы йөрөтөп уҡытыу өсөн автобус та бүленә.

Әммә урындағы халыҡ ауыл киләсәге - белем усағы булғанда, тип яңы мәктәп төҙөләсәгенә өмөтөн өҙмәй.

Авторы: Фәниә Юланова