Ике меңенсе йылдар башында асып ебәргән кәсебе хәҙер ярайһы уҡ яҡшы уңыш бирә. Ләкин республикала бәшмәккә булған ихтыяжды был күләм менән генә ҡапларлыҡ түгел. Етештереү ҡеүәтен арттырыу көн талабы. Был эште башҡа йүнселдәр менән берләшеп кенә атҡарып сығып була, ти Альберт. Эшҡыу
Ни бары ун һигеҙ көн һәм полиэтилен төргәктәр бәшмәкләнә башлай. Тоҡсайҙарҙың эсендәге субстрат сапрафиттар өсөн иң ҡулай мөхит. Тейешле дымлылыҡ һәм температура ғына булһын. Шарттар дөрөҫ һаҡланһа, ҡарама бәшмәге уңышты мул бирә.
Микроклиматты ҡеүәтле ҡорамалдар һаҡлай. Дым, температура ла автоматтар ярҙамында ғына бирелә. Иң мөһиме, субстрат яҡшы әҙерләнергә тейеш. Юғиһә, бәшмәкте башҡа паразиттар ҡыҫырыҡлай башлай. Мүк баҫып миллион ярымлыҡ әҙер тоҡтарҙы сығарып ырғытҡан мәлдәр булды, ти эшҡыуар.
Субстрат әҙерләү өсөн ниндәйҙер махсус ашламалар кәрәкмәй. Һалам, көнбағыш ҡабыҡтары һәм башҡа ауыл хужалығы ҡалдыҡтары ла етә. Уға бәшмәк менән зарарланған бойҙай һалаһың да, көтөргә генә ҡала. Борай эшҡыуары тоҡтарҙы махсус ҡорамал ярҙамында сәнәғәт күләмендә етештерә.
Йүнсел ҡарама бәшмәгенән тыш, әҙер тоҡтарҙы ла һатыуға сығара. Дымлы бинаһы булғандар уны һатып алып бәшмәк үҫтереп ашай.
Шулай ҙа бәшмәккә ихтыяж ҙур. Республикала өс-дүрт районда ғына ҡараманы сәнәғәт күләмендә үҫтереүсе предприятие эшләй. Альберт етештереү ҡеүәтен арттырыу маҡсатында йүнсел райондаштары менән бәшмәк кооперацияһы ойошторорға ҡарар иткән.
Кооперацияның икенсе юлы ла бар. Эшҡыуар ауылдаштарына үҙенең йылытмаларын да ҡуртымға бирергә әҙер. Ә халыҡ әҙер субстраттар һатып алырға тейеш була. Тик эшләһендәр генә. Мүкләнеп ятҡансы бәшмәк үҫтереү отошлораҡ, ти Альберт.





