Киләһе шишәмбе республикала агросәнәғәт форумы старт ала

16 мартҡа тиклем дауам иткән күләмле сара Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙән дә аграр өлкә белгестәрен берләштерәсәк. Чехия, Австрия, Германия делегациялары килеүе көтөлә. Форум сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. «Экологик продукттар. Органик ауыл хужалығы», «Агросәнәғәттә яңы технологиялар», «Малсылыҡтың киләсәге», «Техник һәм технологик яңыртыу»ға бәйле айырым секциялар эшләйәсәк. Шулай уҡ фермерҙар сауҙа мәктәбендә белемен камиллаштыра ала.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры: «Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең етештереүселәр һәм һатып алыусылар берүк. Был уртаҡ эш. Фермерҙарҙы продукцияларын дөрөҫ һатырға өйрәтеү - көн талабы».

ВДНХ-экспо майҙансығына ике йөҙгә яҡын ауыл хужалығы техникаһы ҡуйылыр тип көтөлә. Күргәҙмәлә заманса трактор, комбайндарҙы күрергә мөмкин буласаҡ. Барлығы йөҙҙән ашыу компания үҙенең етештереү ҡеүәтен күрһәтәсәк.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина