Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш нөктәһе

Ауыл Ырымбур өлкәһенә сиктәш. Исламбахтыла Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамына арналған сара ойошторолдо. Бөтә ауыл халҡы йыйылған тантанала илле йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр тәбрикләнде.

Фото №1 - Йәрмәкәй районының Исламбахты ауылы Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш нөктәһе

Роза Әхмәтйән ҡыҙы менән Рифмир Әбүталип улы Хәйруллиндар ауыл мәҙәниәт йортона саҡырылған. Илле йыл элек өйләнешкән бәхетле пар тулҡынланыуын йәшермәй. Бөгөн уларҙы барлыҡ ауылдаштары алдында тантаналы шарттарҙа тәбрикләйәсәктәр. Тырыш,егәрле ғаилә өс балаға ғүмер биреп оло тормош юлына сығарған. Йорт хужабикәһе утыҙ йылға яҡын ауыл фермаһында һауынсы, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан һигеҙ йыл ашнаҡсы булып эшләгән.Тырышлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөнсө дәрәжә хеҙмәт даны ордены менән баһаланған.

Хәйруллиндар ғаиләһен ауылдаштары бөтә йәштәргә өлгө итеп ҡуя.Илле йыл татыу ғүмер кисергән Роза менән Рифмир Хәйруллиндарға тантаналы шарттарҙа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтан ҡотлау сәләме һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ғаилә йылы һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сараның икенсе өлөшөн балалар сығышы биҙәне. Улар яңы ғаиләләрҙә ата көсөн, әсә йылыһын тойоп йәшәй. Балалар баҡсаһында, мәктәптә төрлө һөнәрҙәргә өйрәнә. Сәхнәгә күтәрелеүсе уҡыусылар үҙҙәрен йылы ҡосаҡтарына алған, тәмле аштар менән һыйлаған әсәләренә ихлас шиғырҙары, моңло йырҙары аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ғаилә институтын үҫтереүсе сарала ҡатнашыусы ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Ынйы Кәбирова тәбрикләне. Ғаиләләргә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Исламбахтыла 208 хужалыҡ иҫәпләнә. Ауылда йәшәүсе 427 кешенең 70 проценты хаҡлы ялдағылар. Ауылдың демографик хәлен яҡшыртыу мәсьәләһен урта йәштәрҙе үткән ете ғаилә үҙ ҡулына алған. Ауылда мәктәп ябылмаһын, балалар баҡсаһы эшләһен өсөн Ғиләжевтар тәүгеләрҙән булып тәрбиәгә өс бер туған баланы алған. Әлеге ваҡытта биш ғаиләлә 11 бала тәрбиәләнә. Тағы ла ете ғаилә тәрбиә өлкәһендә белем ала һәм тиҙҙән имтихандар тапшырасаҡ.

Исламбахты ауылы тирә-яҡта эшсән, татыу һәм мөхәббәтле ғаиләләре менән данлыҡлы. Ауыл мәҙәниәт йорто ғаилә институтын яҡлаусы саранан бер ғаилә лә ситтә ҡалманы. Йыл дауамында ойоштороласаҡ спорт һәм мәҙәни сараларҙа Исламбахтылар даими ҡатнашасаҡ.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ