Цирк саҡыра!

Өфөнөң «Триумф» циркында Мысырҙан килгән билдәле дрессировщик Хамада Кута арыҫлан һәм юлбарыҫтар ҡатнашлығында премьера сығышын тәҡдим итте. Тамашаға республика төбәктәренән мөмкинлектәре сикләнгән балалар саҡырылды.

Фото №1 - Цирк саҡыра!

«Мәрхәмәт» хәйриә фонды шәмбе Бүздәк һәм Благовещен райондарында йәшәүсе күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырырға ниәтләй. Йыртҡыстар сығышынан тыш, циркта акробаттар, клоундар сағыу тамаша әҙерләгән. Цирктағы бай программа баш ҡалала 29 апрелгә тиклем дауам итә.

Авторы: Фәниә Юланова

Волна
Акции БСТ