Бөгөн Өфөлә спорт туризмы буйынса Башҡортостан Кубогы башланды

Хәҙер инде 21-се тапҡыр ойошторолған ярыш республиканың Спелеологтар һәм Спелеотуризм федерацияһының элекке рәйесе Анатолий Афанасьевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған спортсылар спелео төрөндә көслөләрҙе асыҡлай.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә спорт туризмы буйынса Башҡортостан Кубогы башланды

Спелео төрө буйынса турнир илдең иң көслө спортсыларын бер ҡаяға тупланы. Өс көн дауамында улар Башҡортостан Кубогы өсөн көрәш алып барасаҡ. Тәүге тапҡыр ярыш уҙған быуат аҙаҡтарында Анатолий Афанасьев башланғысы менән ойошторола башлаған. «Ҡышҡы сейә» тип аталған үҙенсәлекле атаманы ла ҡаяға менеүселәр уйлап тапҡан.

Спелеотуризмды көслө рухлы һәм көслөләр генә үҙ итә, ти ярышта ҡатнашыусы Заһир Зиннуров. Үҫмер спорттың был төрө менән өс йыл элек ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән уҡыусы был бәйгелә лә һынатмаҫҡа ниәтләй.

Ҡаяға үрмәләүселәргә ҡатмарлы физик йөкләмәләрҙе үтеү еңел генә бирелмәй. Шуға ла улар йәштәренә һәм разрядтарына ҡарап төрлө арауыҡтарҙа көслөләрҙе билдәләй. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн дистанцияны мөмкин тиклем етеҙерәк үтергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта хата ебәреүселәргә штраф янай.

Быйылғы ярыштарҙа республика төбәктәренән тыш, Силәбе, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән дә командалар ҡатнаша. «Култау» ҡаяһында үткән Башҡортостан Кубогы өсөн көрәш тағы ла ике көн дауам итә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ