Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы тип әйтелмәгән, тине Рөстәм Хәмитов, республиканың билдәле ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙары, етәкселәре менән осрашыуҙа. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ғаилә йылы иғлан ителгән мәлдә гүзәл заттар иңенә айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Һәр ведомство, предприятие, ойошма кимәлендә йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе, социаль проблемаларҙы хәл итеү, киләсәкте хәстәрләү зарур һәм был эштә алдынғы ҡарашлы, әйҙәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.





