Рәсәйҙең хәүефһеҙ ҡалалары араһында Өфө 12-се урында

Хәүеф-хәтәрһеҙ ҡалалар исемлеген “Zoom Market” белгестәре төҙөгән. Улар үткәргән һораулама һөҙөмтәһендә рейтинг яһалған.

Ҡала йәшәүселәренән: “10 баллыҡ шкала буыйнса һеҙ ошо ҡалала үҙегеҙҙе күпмегә хәүефһеҙ тояһығыҙ?”, тип һорағандар. Һәр ҡалала 19 йәштән 54 йәшкә тиклем 2900 кеше был һорауға яуап ҡайтарған.

Һөҙөмтәлә тәүге 15 ҡалалар исемлеге ошолай: Екатеринбург, Мәскәү, Ҡаҙан, Новосибирск, Санкт-Петербург, Краснодар, Иркутск, Волгоград, Красноярск, Һамар, Түбәнге Новгород, Өфө, Саратов, Брянск, Ырымбур.