Матбуғат саралары һәм интернет киңлектәрендә был турала таралған хәбәр йәмәғәтселекте борсоуға һалды. Рәми Ғарипов һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемдәрен йөрөткән республика белем усаҡтары милли статустарын юғалтып, ябыласаҡ тигән мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап киләме,юҡмы?
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен айырыуса көтөп ала. Белем усағында балаларға телде өйрәнеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған, предмет сәғәттәрен үтеүҙән тыш, махсус курстарға йөрөргә була. Теләк кенә булһын. Кабинет иһә музей булараҡ йыһазландырылған. Туҡһанынсы йылдар башында белем усағы етәкселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡулъяҙмаларын, китаптарын йыйып, бүлмәне ижади яҡтан байыта. Бөгөн дә кабинет экспонаттар менән тулыланыуын туҡтатмай.
Рәсәйҙең мәғариф буйынса федераль законына ярашлы, ғинуар аҙағында белем усағының уставына бер аҙ үҙгәрештәр индерелә. Документ буйынса хәҙер телдәрҙе уҡытыу мәғариф учреждениеһының локаль норматив акттарына ҡарап билдәләнә, ә элек был пункт урынында уҡытыу башҡорт һәм рус телдәрендә алып барыла тип яҙылған була. Был үҙгәреш тураһында мәғлүмәт интернетта асыҡ. Күптәр яңылыҡты киҫкен ҡабул итә. Интернетта, хатта, гимназия милли статусын юғалтасаҡ тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килә.
Уставҡа үҙгәрештәр закон нигеҙендә индерелә, был документ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә бүленгән сәғәттәр һанын ҡыҫҡартмаясаҡ, иң мөһиме, республиканың төп белем усағы артабан да милли кадрҙар әҙерләү йүнәлешендәге эшмәкәрлеген дауам итәсәк
Интернет киңлектәрендә шулай уҡ Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимнзия-интернатының киләсәге лә һорау аҫтына ҡуйылды. Йәнәһе лә ул тиҙҙән Өфө вуздараның береһенең ҡарамағына инеп ябыласаҡ. Әммә был һүҙҙәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәне.
Заман талаптары буйынса белем усағы юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр нигеҙендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлаясаҡ, әммә структур учреждение булараҡ статусын юғалтмаясаҡ. Тәжрибәле вуз белгестәре, профессорҙар 10-11 синыф уҡыусыларына профориентация йүнәлешендә өҫтәмә дәрестәр генә ойошторор тип көтөлә.
Республика район-ҡалаларынан һәләтле егет-ҡыҙҙарҙы йыйып, студент тормошона әҙерләй башлау - үҙенә күрә яуаплы эш тә.
Профилле синыфтарҙа белем алыусылар Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнәсәк. Интернатым - пар ҡанатым тигәндәй, республика гимназияларының киләсәге лә өмөтлө. Урында белем биреү системаһының йылдан-йыл яҡшырыуы быға асыҡ дәлил.





