Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың ҡан тапшырыу станцияһында «Леди-донор» тип аталған акция үтте

Был юлы ирекле донор булырға гүзәл зат вәкилдәре саҡырылды.

Станция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бындай акциялар төрлө байрамдар уңайынан даими уҙғарыла. Һуңғы саралар Ғашиҡтар һәм Ватанды һаҡлаусылар көндәренә арналғайны. Мәғлүм булыуынса, кешеләр ғәҙәттә, фажиғәгә тарыған яҡындары һәм таныштары өсөн генә ҡан тапшырырға күнеккән. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта донор ҡаны банкын үҙ ирке менән тултырыусылар арта. Айырыуса, корпоратив донорлыҡ әүҙемләшә. Бөгөнгө акцияла гүзәл заттар байрам бүләктәре алып ҡыуанды.

Авторы: Илдар Байбулатов