Яман шеш ауырыуҙарына дусар булыусы балаларҙың 80 проценты тулыһынса аяҡҡа баҫа

Юғары күрһәткестәр диагностикалау йүнәлешенең камиллашыуы, яңы дауалау алымдары индерелеүе менән бәйле. Табиптарҙы был сирҙең йылдан-йыл йышыраҡ осрауы ғына борсоуға һала. Республикала онкологияның ниндәй төрҙәре йышыраҡ теркәлә, дауалау һөҙөмтә бирәме?

Әсә йөрәге бар ауырлыҡтарҙы ла күтәрергә әҙер, тик балаға ҡағылышлы әрнеү-һыҙланыуҙарҙы ғына үлсәп тә, һүҙ менән аңлатып та бөтөрлөк түгел. Стәрлетамаҡтан Гөлшат өсөн дә был диагноз аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай була. Йөҙөү менән шөғөлләнгән, актив спорт яратҡан 11 йәшлек Лиана ҡапыл ғына аяҡтан яҙа башлай. Артабан инде дауахана койкаһы, химия терапияһы. Республика балалар клиник дауаханаһы әсә менән ҡыҙҙың икенсе тыуған йортона әйләнә. Әле Гәрәевтар дауалау курсын тамамлап ҡайтырға йыйына, табиптар әйтеүенсә, Лианалағы рак күҙәнәктәре тулыһынса юҡ ителгән.

Әбйәлилдән Йәмилә Дәминованың улы Эмилгә ни бары өс йәш, малайға лейкоз диагнозы ҡуйылған. Уларҙың дауаханала ятыуына өс ай. Эмиль тыуған өйөн һағыныпмы, уколдарҙан ялҡыпмы иламһырап та ала. Әсә өсөн иһә иң мөһиме улының аяҡҡа баҫыуы. Әле улар һөҙөмтә хаҡында әйтергә лә ҡурҡып тора. Яман сир менән күҙмә-күҙ осрашҡандан һуң тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарайһың, ғүмерҙең ҡәҙере лә арта.

Дауаханала йылдар буйы ятыусылар бар, шуға күрә лә табиптар шарттарҙы өйҙөкөнә яҡынлаштырырға тырыша. Балалар өсөн төрлө мәҙәни саралар ойошторола, осрашыуҙар үтә.

Хыялдар тормошҡа аша. Гематология бүлегендә ошондай теләктәр һандығы ла. Был ҡумтаға кескәй пациенттар үҙҙәренең уй-хыялдарын яҙып һала ала. Уларҙы тормошҡа ирекмәндәр йәки бағыусылар ашыра. Табиптар әйтеүенсә, дауалау курсы мәлендә яҡшы кәйеф, кисерештәр бик мөһим, был аяҡҡа баҫыу процесына ла ыңғай йоғонто яһай.

Башҡортостанда йыл һайын 3 мең ярым балала яман шеш асыҡлана, йәғни өс тәүлек һайын бер сабыйға ҡурҡыныс диагноз ҡуйыла тигән һүҙ. Табиптар әйтеүенсә, балаларҙы дауалау яҡшы һөҙөмтә бирә, яҡынса 80 процент тулыһынса аяҡҡа баҫа. Тик йылдан-йыл был был сирҙең йышыраҡ осрауы ғына борсоуға һала, бигерәк тә баш мейеһе рагы, лейкоз менән сирләүселәр күбәйә.

Рөстәм Байрамғолов, республика балалар клиник дауаханаһының гематология бүлеге мөдире: «Дауалау курсы беҙҙә комплекслы алып барыла, операция, химия, нур терапиялары. Сир йышыраҡ тыумыштан килә, вирус һәм башҡа сәбәптәр ҙә бар. Һөҙөмтәләргә килгәндә, өлкәндәрҙән айырмалы күрһәткестәр күпкә яҡшы, 3-4 стадияла ла аяҡҡа баҫыусылар бар. Дауалау алымдары ла камиллаша, беҙ Мәскәү, сит ил табиптары менән берлектә эшләйбеҙ».

Балалар химия терапияһын да еңелерәк үткәрә. Кескәй организм көн һайын үҫә, яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килеп бер-береһен алмаштыра. Шуға күрә йүнәлеүгә лә өмөт ҙурыраҡ. Әммә табиптар ата-әсәгә бала сәләмәтлегенә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк тигән фекерҙә, сөнки башланғыс стадияла һәр сир дауалауға тиҙ бирелә.

Авторы: Рәмзиә Кәримова