Осрашыу барышында федераль ҡануниәтте һәм республика закондарын камиллаштырыу, Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек мәсьәләләре, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыусы проекттары тикшерелде. Алексей Анисимов халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеген, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, спорт, ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә индергән өлөшөн юғары баһаланы.





