Өфөнөң бер биҫтәһе һыуһыҙ ҡаласаҡ

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 мартта Киров районында ваҡытлыса һыу һүндерелә.

Фото №1 - Өфөнөң бер биҫтәһе һыуһыҙ ҡаласаҡ

Был Хоҙайбирҙин урамында барасаҡ ремонт эштәре менән бәйле.

Уңайһыҙлыҡтар сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем түбәндәге адресҡа ҡараған йорттарға ҡағыла: Хоҙайбирҙин ур. 11, 15, 17, 24, 28, шулай уҡ Киров ур. 40 һәм 40/1.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ