Башҡортостанда төҙөкләндереү конкурсында 109 проект ҡатнаша

Йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттарын һайлау 18 мартта үтә. Тауыш биреү 24 муниципаль берәмектә ойошторола. Был исемлеккә 20 000 кешенән күберәк халҡы булған ҡалалар инә.

Фото №1 - Башҡортостанда төҙөкләндереү конкурсында 109 проект ҡатнаша

Һайлауға тәҡдим ителгән проектар иҫәбе 109. Улар араһында төрлө парктар, аллеялар, урамдар һәм майҙансыҡтар һ.б. бар. Ҡала халҡына төрлө ерҙәрҙә урынлашҡан 10 биләмәнән берәүһен һайларға мөмкин.

Сара иртәнге 8:00 киске 20:00 тиклем һайлау участкаларында үткәрелә. Иң күп тауыш йыйған проекттар киләһе йылда уҡ бойомға ашырыласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ