Бындай тикшеренеүҙәрҙе HeadHunter хеҙмәте үткәргән.
Урал Федераль округында 35% кеше алған белеме буйынса эшкә урынлаша икән, ә Башҡортостанда ундайҙар һаны 32%.
“Үҙләштергән белемгә яҡын һөнәр буйынса эшләгән кешеләрҙе иҫәпкә алғанда,статистика яҡшыра. Был осраҡта яҡынса 50% эшсе алған һөнәр йә уға яҡын өлкәлә тир түгә”, - тип өҫтәп ҡуя HeadHunter Башҡортостан буйынса матбуғат-хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина.
Алған белем буйынса эшләгән һөнәрҙәр араһында иң күбе юристар (81%) һәм табиптар (65%).





