Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы аварияла водителдәр яраланған

Бәрелеш Аксаков һәм Пушкин урамдары киҫешендә булған. Авария һөҙөмтәһендә ике кеше ҡазаланған.

Фото №1 - Өфөлә автобус ҡатнашлығындағы аварияла водителдәр яраланған

“Дорожный патруль” хәбәр итеүенсә, ПАЗ автобусы, уға ҡаршы килгән “Toyota Chaser” автомобилен үткәрмәйенсә, Аксаков урамына боролған.

“Toyota” водителе табиптар ярҙамынан баш тартҡан, ПАЗ шоферы дауаханаға оҙатылған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ