Башҡортостандың баш ҡалаһында 8 – 11 март арауығында ғына 11 янғын сыҡҡан. Ҡаза күреүселәр ҙә бар.
Янғындар фатирҙарҙа һәм айырым йорттарҙа электр йыһаздары йә мейес төҙөкһөҙлөгө арҡаһында сыға, тип Өфө хакимиәте хәбәр итә. Шулай уҡ ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу ҙа йыш ҡына янғын сәбәбе була.
Өй эсендә төтөн һиҙеүсе датчик ҡуйырға һәм ут һүндергес тоторға кәңәш ителә.





