Башҡортостанда башланғыс класс уҡытыусыһы “спайс” ҡабул иткән

Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Ишембай ҡалаһының 4-се мәктәп уҡытыусыһы наркотиктар ҡулланған.

2017 ноябрендә 21 йәшлек мөғәлимә “спайс” йоғонтоһо аҫтында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотолған. Бының өсөн уға штраф һалына. Әммә яҙыҡлығы өсөн эш урынында бер ниндәй ҙә сара күрелмәй.

Тикшеренеү эштәре башланғас, уҡытыусы үҙ теләге менән эштән киткән. Мәктәп етәксеһе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.