Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөлә

Ул Өфө районының Жуков ауылында урынлашасаҡ. Төҙөлөш эштәре менән “Геотерра” компанияһы шөғөлләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөлә

Комплексҡа 112 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән, бынан тыш производствола 67 яңы эш урыны барлыҡҡа килә. Сүп-сар бер-нисә майҙансыҡта эшкәртеләсәк: икенсел сеймал әҙерләү, сорттарға бүлеү һәм преслау ҡаралған.

Был объект республика инвестиция проекттары араһында өҫтөнлөклө урын биләй. Сүп-сарҙы күберәк Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан предприятиеларынан килтерәсәктәр.

Волна
Акции БСТ