Рәсәй уҡыусылары өсөн йәйге сәйәхәттәр ҡулайлаштырыла

Рәсәй тимер юлдары 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә 50% ташлама яһай. Билеттар бөгөндән үк һатыуҙа.

Фото №1 - Рәсәй уҡыусылары өсөн йәйге сәйәхәттәр ҡулайлаштырыла

Был акция 1 июндән 31 авгусҡа тиклем дауам итә, РТЮның матбуғат-хеҙмәте аңлатыуынса, был сара “халыҡтың транспортта йөрөү уңайлығын арттырыу һәм эске туризмды үҫтереү өсөн” индерелә.

Уҡыусыларҙың йәше сәйәхәт көнөнә ҡарап һанала. Бынан тыш, балаларға 25.05 – 1.06 һәм 25.08 – 1.09 көндәрендә купе вагондарҙа йөрөүгә 50% ташлама ҡаралған.

Волна
Акции БСТ