Өфөлә Көньяҡ автовокзал ҡала ситенә, Рубежный урамына күсенеүе ихтимал

Был турала “КоммерсантЪ-Башҡортостан” үткәргән матбуғат конференцияһы ваҡытында ҡала транспорты идаралығы етәксеһе Альберт Сафаров хәбәр итте, ти “Башинформ” мәғлүмәт-агентлығы.

Альберт Сафаров билдәләүенсә, Өфө ҡала транспорты хәрәкәтенең яңы моделен Санкт-Петербург белгестәре төҙөгән. Проект сиктәрендә Көньяҡ автовокзалдың ҡала ситенә, Мега сауҙа үҙәге янына күсеүе ихтимал. Шулай уҡ Октябрь проспектын тығындарҙан бушатыр өсөн ундағы хәрәкәтте өлөшләсә Блюхер һәм Зорге урамдарына күсереү ҡарала.

Әлегә төҙөлөштәр ваҡыты билдәләнмәгән.