Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм төҙөләсәк

Был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм төҙөләсәк

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең беренсе өлөшөндәге төп тезистарҙа билдәләнгән бурыстарҙы төбәктәр кимәлендә һәм урындағы кимәлдәрҙә хәл итер кәрәк. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен төбәгебеҙҙә тормошҡа ашырыуҙы закондар йәһәтенән тәьмин итеү буйынса план төҙөлдө. Әлеге ваҡытта был документ өҫтөндә эш тамамланыу өҫтөндә. Беҙ уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының 16 мартта үтәсәк ултырышында раҫларға иҫәп тотабыҙ. Параллель рәүештә ошо планды ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнеүсе эшсе төркөм төҙөләсәк. Уның составына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ғына түгел, муниципаль кимәлдәрҙәге депутаттар, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре лә инәсәк, - ти БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ