Иглин районында бал ҡарағы тотолған

Эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегенә 20 йәшлек егет мөрәжәғәт иткән. Уның балын урлағандар.

Фото №1 - Иглин районында бал ҡарағы тотолған

Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған 23 йәшлек енәйәтсенең эҙенә сығып уны ҡулға алғандар.

Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе бәлиғ булмаған ике егеткә шылтыратып бал урлашырға саҡырған. Үҫмерҙәр тәүҙә баш тартҡан, әммә енәйәтсе уларҙы ҡурҡытып үҙе менән алып киткән. Ҡорттар ҡышлаған бинаның йоҙағын емереп һәм тәҙрәләрен алып улар 96 баллы рам урлаған.

Ғәйепләнеүсе бик аҫтында, уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Волна
Акции БСТ