Республика телерадио сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Әхәт Мотаһар улы сығышы менән Учалы районынан. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң ул беҙҙең компанияға эшкә килә. Бар ғүмерен ул республика халҡына мәғлүмәт еткереү, телевидение һәм радио тапшырыуҙарын алып барыуға арнаны. Башҡортостан телерадиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.