Билдәле диктор Әхәт Мортазин менән хушлашыу 15 мартта үтәсәк

Хушлашыу сараһы 15 мартта сәғәт 10:00 – 12:00 тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторола. Әхәт Мотаһар улы мосолман зыяратында ерләнәсәк.

Фото №1 - Билдәле диктор Әхәт Мортазин менән хушлашыу 15 мартта үтәсәк

Билдәле диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин 59-сы йәшендә вафат булды. Ул 1959 йылда Учалы районында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң “Башҡортостан” телерадио компанияһына эшкә килә.

“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Bash.news сайты коллективы коллегабыҙҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ