Башҡортостанда бик үҙенсәлекле туй үткән

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы 79 йәшлек ҡатын менән 62 йәшлек ир өйләнешкән. Улар Мәләүез ҡалаһының ололар өсөн тәғәйенләнгән социаль станционарында йәшәй.

Никах Мәләүез ҡалаһының ЗАГС-ында теркәлә. Был пар өс йыл элек приютта танышҡан.

“Мин ул саҡта ҡаты ауырып киткәйнем, ә ул мине ҡарап йөрөнө. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа, туғандарыбыҙ ҙа юҡ, бер-беребеҙ өсөн генә йәшәйбеҙ. Беҙ бер кемгә лә кәрәкмәй тип уйламаһындар. Етәкселегебеҙ ҙә бик яҡшы, беҙҙең өсөн ҙур байрам ойошторҙолар”, - тип һөйләп үтте “кейәү егете” Михаил.