Башҡортостанда суд приставы коллегаларын шантажлаған

Бөрө районының суд приставы социаль селтәрҙәрҙә ялған аккаунт яһап, шуның аша шантаж менән шөғөлләнгән.

Фото №1 - Башҡортостанда суд приставы коллегаларын шантажлаған

Ғәйепләнеүсе хеҙмәттәштәренә уларҙың шәхси тормошо тураһындағы мәғлүмәтте таратасағы тураһында яҙған. Мәғлүмәтте халыҡҡа еткермәй ҡалыуы өсөн аҡса һораған.

Район прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү ваҡытында енәйәтсе эштән киткән. Ул үҙ ғәйебен таный. Элекке пристав киләһе йыл ярым ваҡытын төрмәлә уҙғарасаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ