Һауа торошо

Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡтан, талғын.

Һауа температураһының республикала төндә -10, -15, урыны менән -18, -23 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ -1, -6, Өфөлә төндә -11, -13, ҡала ситендә -18,көндөҙ -2, -4 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә һауа температураһының күтәрелеүе, яуым-төшөмдөң артыуы көтөлә.