Сибайҙа 37 һәм 28 йәшлек пар наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән.
Төбәк прокуратураһы хәбәр итеүенсә, пар 2016 йылда Сибайҙа интернет-магазин аша наркотиктар һатыу ойошторған. 2017 йылдың июнендә полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙан 450 г накротик, электрон үлсәүҙәр, тауар төрөү материалдары һәм кеҫә телефондарын конфискациялаған.
Әлеге ваҡытта ир бик аҫтында, ә ҡатыны йорт арестында. Ҡатындың быға тиклем дә наркотиктар һатыу өсөн хөкөмгә тартылған булғаны билдәле. Енәйәт эше Сибай ҡалаһы судына йүнәлтелгән.





