Өфөлә ташландыҡ урын матур скверға әйләнде

Ғөбәйҙуллин һәм Баҡалы урамдары йәшәүселәренә шатлыҡ: 94-се лицей һәм 27-се балалар-спорт мәктәбе артындағы бушлыҡ йәмле скверға әүрелде.

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, был урын хәҙер сәскәләр, альп тауҙары, эскәмйәләр менән биҙәлгән йәйәү йөрөү урынына әйләнде.

“Скверҙы йәнләндереү дауам итә. Бында хәҙер граффити менән биҙәлгән ике күгәрсен йорто ла бар”, - тип Өфө хакимиәтенең матбуғат-хеҙмәте белдерҙе.