Бөгөн иртәнсәк Стивен Хокинг баҡыйлыҡҡа күсте. Билдәле физик-теоретик 76 йәштә вафат булды.
Донъяның иң билдәле ғалимының үлеме тураһында Британия матбуғаты хәбәр итте.
Стивен Хокинг 1942 йылдың 8 ғинуарында Оксфордта тыуған. Теоретик физиканан тыш ғалим космология менән дә ҡыҙыҡһынған. 1998 йылда “Ҡыҫҡаса йыһан тарихы” китабы сыға, ә 2015 йылда “Стивен Хокинг ғәләме” фильмы донъя күрә.
Стивен Хокингка 22 йәшендә амотрофик склероз диагнозын ҡуялар, табиптар уға 3 йыл тирәһе йәшәргә ҡалыуын хәбәр итә. Әммә медиктар яңылышҡан булып сыға. 60-сы йылдар аҙағында профессор Хокинг тәүге тапҡыр инвалидтар креслоһына ултыра, ә 80-се йылдарҙа тауышын юғалта. Шунан бирле ул һуҡ бармағы ярҙамында клавиатураға баҫып ҡына аралаша.
Стивен Хокинг ике тапҡыр ғаилә ҡора, өс балаһы бар.





