Башҡортостанда дүрт юлбарыҫ тыуған

Әлеге ваҡытта Туймазы ҡалаһында урынлашҡан “Барс” күсмә зоопаркында бер ыңғайы дүрт юлбарыҫ тыуған.

Уссурий юлбарыҫтары ошо көндәрҙә генә тыуған. Хәҙер күп балалы инә киң вольерҙа йәшәй. Юлбарыҫ балаларын өс эшсе ҡарай. Улар сабыйҙарға витаминдар бирә, торлаҡтарын таҙалай.

Ғәҙәттә тәбиғәттә юлбарыҫ ике генә көсөк килтерә, бер ыңғай дүрт сабый тыуҙырыу бик һирәк күренеш.