Өфө халҡын ат ҡотҡарырға саҡыралар

Ҡаты һыуыҡтар ваҡытында өшөгән Полет исемле атҡа ярҙам кәрәк. Уның һаулығы ауыр хәлдә.

“КП- Өфө” мәғлүмәте буйынса, йылйылы малы ныҡ өшөгән, ул аяҡтарында ла тора алмай, ныҡ тирләй. “Аҡбуҙат” ипподромы хеҙмәткәрҙәре йурғандарҙы алыштырып тора. Улар малҡайҙың сәләмәтлегенә битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам һорай. Полетҡа йылы әйберҙәр, аҙыҡ һәм дарыуҙар (глюкоза, актовизин) һәм шприцтар кәрәк.

Бөтә мәғлүмәтте 8 969 611 26 54 (Влада) телефоны аша белергә мөмкин.