Миллилек һәр саҡ модала

16 мартта ирҙәрҙең милли костюмына арналған семинар үтә. Был сара III Бөтә донъя “Мәргән уҡсы” традицион уҡтан атыу фестивале сиктәрендә үтә.

Семинарҙа янсыҡ, билбау, күлдәк һ.б. әйберҙәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелә. Ҡатнашыусылар өсөн төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк.

Теркәлеү 10:30 сәғәттә башлана, сара Кустарная урамы 17 адресы буйынса үтә.