Баҫыуҙар ҡайта

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ташландыҡ баҫыуҙарҙы кире сафҡа индерер өсөн аграрийҙарға бүленәсәк субсидияны 2 млрд һумға тиклем күтәрергә ниәтләй. Ошо юл менән министерлыҡ йылына 200 мең гектар ер ҡайтарырға маҡсат ҡуя.

Фото №1 - Баҫыуҙар ҡайта

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл һайын 200 мең гектар ерҙе сафҡа индергәндә, 12 йыл эсендә мелиорацияла мохтаж булған барлыҡ 2,31 мең гектар баҫыуҙы әйләнешкә ҡайтарырға була.

Үткән йылды 70 мең га. ер әйләнешкә ҡайтарылды. Быйыл был эшкә федераль бюджеттан 431,7 млн һум бүленде.

Волна
Акции БСТ