Башҡортостанда художестволы халыҡ кәсептәре дәүләт тарафынан яҡланасаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дәүләт власы органдары художестволы халыҡ кәсептәре ойошмаларына ярҙам күрһәтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

Халыҡ кәсептәре тауарҙарының күбеһе – ҡул эштәре әйберҙәре. Бындай хеҙмәт күп тырышлыҡ, ваҡыт һәм көс талап итә, ә уның өсөн лайыҡлы хаҡ түләүселәр күп түгел. Тәбиғи, художестволы халыҡ кәсептәре дәүләт яҡлауына мохтаж. Дәүләт Думаһы тейешле закон ҡабул итте лә инде. Сиратта – төбәк парламенттары, тип аңлатма бирә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.