87 миллион һум урлаған мутлашыусы тотолған

Яңауыл ҡалаһында урынлашҡан нефть сығарыу компанияһы хеҙмәткәре ялған документтар яһап дәүләт субсидиялары алған.

Нефть үткәргес башҡа ойошма участкаларында урынлашҡан. 44 йәшлек инженер, ремонт эштәре башҡарған саҡта ер менән файҙаланыусыларға килтерелгән ҡазаны ҡаплау өсөн етәкселеккә ялған документтар тапшырған. Һөҙөмтәлә, килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн 87 миллион һум аҡса күсерелгән.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инженерға ҡарата енәйәт эше асылған.